kalimah.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

s.e.r. (bashkortostan) – it’s my life كلمات اغاني

Loading...

[куплет 1: s.e.r.]
сыраҡ ялҡыны, сығам яҡтыға…
аңламаҫтар ни ҡәҙәр был һуҡмаҡ булды сырмалған, ҡырын
ҡулым сыя ҡалтырап аҙаҡ һүҙен васыят дәфтәренән
яҙам сығып ҡыҙыл һыҙыҡтарҙан, ғүмер – бысраҡ әҫәр. беләм
буш башаҡлы был тормош һабаҡтары
йәнә дымлы тәҙрәне һөртөп, үтеп киткән боролошҡа ҡарап ҡалдым
ҡабаланып ҡайыш тартам, артабан да көтһөн үлем
ваҡыт ватыҡ сәғәттәрҙәй ашыға, мин ҡабатлайым: « бөгөн түгел!»
упҡын өҫтөнән гөлдәр үреп, төшһәм дә аҫҡа тайып
атламам был баҫманан айныҡ, аңлайым баҫҡан һайын!
таң атҡанын күрергә һәм үлергә ине үкенесһеҙ
ваҡыт болғата тормошто, мин өйрәндем күбекле эсеп
ятам ҡарап йондоҙҙарға, яҙмыш яманы эйәккә
көнкүреш бөктө көрәштә, үтә алманым эләкмәй
хыял ҡабат һуҙа ҡулын: «эйәр артымдан» – инстаграм
юл аҙағында булһын ине өндәү исмаһам, it’s my life!

[куплет 2: s.e.r.]
тормош күренә айығыраҡ көҙгөһөндә артҡы яҡтың
алйыуҙан айныуға тиклем таш иҙәндә ҡалтырап яттым
ҡайтырға ваҡыт тапшырып фатирҙы хужаһына
көтә шешәнән кәмә, ауыр тик хушлашыуҙар
рэп һөнәр менән, йөҙ әйтелгән – мөмкин түгел төҙәтергә
төндәремдән ҡалған хәтерҙе ялғайым тим, ләкин өҙәм генә
йөҙә белмәй батам һаман ағыуҙа, үкенеүҙәрҙә
айныуҙар,үтенеүҙәр һәм ялҡында ғүмерем йәнә!
ҡалдырмай күмдем ергә йә үтте эргәмдән йылдар сабып
ләкин минең ҡәбер әле ялан, унда уйнай сабый
йондоҙ юлынан барырға һаман болоттар ҡуйы ҡамасаулай
күпте күрҙем, шуға ҡыуам – үткән юлды ҡаплаһын саң!
бер ни ҙә мәңге түгел һәм мин ашығам
татып ҡалырға бөтәһен
теләп һандар араһындағы һыҙыҡтан күберәк булырға
байлыҡтар көтмәнем. ҡәләм алға йүгерә, юл ыңғай…

كلمات أغنية عشوائية

اهم الاغاني لهذا الاسبوع

Loading...