kalimah.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

s.e.r. (bashkortostan) – башланыҡ (we’ve started) كلمات اغاني

Loading...

[интро: халыҡ]
s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.! s.e.r.!

[скрэтчтар: reldnah]
миңә оҡшай ул аңларға
нисек мин үҫәм
energy-gy-gy flow
ҡараңғы бүлмәнән яҡтыға
был минең ғүмер, ҡалғаны борсомай
дәфтәрҙә бар донъям
тормошом сәфәрҙәй
уң аяғым – хип
һул аяғым – хоп
торамын ғорур

[куплет 1: s.e.r.]
башланыҡ! трек бөтөүгә улар данлар батшаны
мине ҡаршылайҙар шатланып, алдыма ташланып
башҡарып күрһәт тиҙәр һәм һалалар баштарын
уйындың аңлап шарттарын, юғалдым артында шаршауҙың
шаярттым. “азатлыҡ уттары”нан алып рэп сәнғәтте ҡуптарамын
һаман да сәғәттәрем туҡтаманы, шөкөр
тормош – баттл һәм сығырға сәхнәгә күп ҡалманы
эстем, сәсәнем, туҡтаманым, яҡты киләсәкте утҡа һалды шөғөл
отмаған айфонды, һаулығын ҡаҡшатҡан
ләкин “туҙға яҙылмаған мотив”та ҡайһыбыҙ ҡатнашҡан?
минең артта “иң яҡшы микстейп”, “кем? икәне s.e.r.” һәм сикһеҙ
кистәр иҫерек кискән диңгеҙ нисә ҡайғы һәм шатлыҡтан!
яңылышһам, кемдең кем икәнен кем?дән һорағыҙ
беҙ алып бәрҙек ҡыйынды, ҡыйыңды һәм кирегә борманыҡ
алҡыштар! беҙ яндырған шәм уты һүнмәгәндер
йөрәк ҡушҡанға үрмәләнек хөрмәт тауының башына!
һин күрҙең мине тәүге тапҡыр “көҙгө”лә
ләкин бер ни ҙә булмаҫ ине бошманһыҙ
тир эҫе 4-мөйөштә тамды йөҙөмдән
мин бер юлда һәм бар яҙмыш юлдары тоташты
бик күп әйтелмәне һәм бик әҙ яҙылды
иң өҫтә матур, ләкин тыңғы бирмәй яңғыҙлыҡ
тормош буйлап гиҙәм аҙғын һәм яҙам күргәнде биҙәп ҡағыҙға
һинең рэпҡа өмөт һүнгән? мин уны тиҙҙән ҡабыҙам!
бик күп үкенестәр, күңел нескә һәм күп эскән
ун алтынан был уйында, әйтерһең уның юҡ серҙәр
бөтөнләй теләк юҡ белергә артабан ниҙәр буласаҡ –
әлегә мин бында, яңы үҙемә юл асам

[бридж: s.e.r.]
бар һүҙҙәр кем менәндер ҡасандыр әйтелгән
ҡабатлауҙа уларҙы юҡ һымаҡ мәғәнә
ләкин мин рэп-һөнәргә бала саҡтан бәйле һәм
барған һайын алға ул юлыма әйләнә
һуңғы аҙым эшләрлек кенә ҡалды көсөм
һин һаман тере ти яралар әрнегән
мин киткәйнем кирегә әйләнеп ҡайтыр өсөн
ә ҡайттым ҡалырға мәңгегә!

[ҡушымта: s.e.r.(, lenar15kh һәм гөлназ асаева)]
юлдар яна, уттан атларға ҡурҡмағандар ғына ҡалғандар
туҡтатма, бир миңә батырға һәм атылырға иң төптән
булмаҫ дауам тип уйлаһам да, трек урамда яңғырай һаман да
юғалған инем ҡайттым һин көткәс!
юлдар яна, уттан атларға ҡурҡмағандар ғына ҡалғандар
туҡтатма, бир миңә батырға һәм атылырға иң төптән
булмаҫ дауам тип уйлаһам да, трек урамда яңғырай һаман да
юғалған инем ҡайттым һин көткәс!

كلمات أغنية عشوائية

اهم الاغاني لهذا الاسبوع

Loading...