kalimah.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

инсан (insan) – хәтирәләр (memories) كلمات اغاني

Loading...

[куплет 1]
83-төң ҡышында мин яҡты донъяға килдем
тыуғандан алып тормошом моң менән бәйле ине
ышанаңмы, юҡмы, сабый ғына сағымдан
төрлө йырҙар тыңлаған инем мин винил пластинканан
һуңынан 90-сы йыл: беренсе магнитофон
беренсе беҙҙең касета ул булды төркөм “кино”
виктор цойҙы килештереп сәстәремде үҫтерҙем
көнө-төнө йырланым йөрәккә үткән көйҙәрен
аудио-касеталар… ҡайҙа һуң хәҙер улар?
мең километр пленкалар ҡайҙа ғына юғалдылар?
хәҙерге ваҡыт балаһы ул нимә икәнен белмәй
ярты сәғәт буйы cd-ла яратҡан йырын эҙләмәй
ә беҙ эҙләнек, икенсе ваҡытта үҫтек
кемдәрҙең видигы булды, шуларҙы байҙар тинек
vhs формат хәҙер көлкө, брат
терминатор, рембо, универсал һалдат…
ошо йылдарҙың һуңында кунг-фу менән дә ауырыныҡ
«кия,» – тип брюс лины бөтәһе лә ҡабатланы
дендиларҙа марионы яратып беҙ уйнаныҡ
супонев менән төрлө тапшырыуҙар ҡараныҡ
а-ха … иҫләһәң ҡыҙыҡ хатта
ҡыҙыҡ менән мәҙәкте лә видикта ҡараныҡ
яҙмышымдың өлөшө – минең хәтирәләр
бәлки, шуғалыр ҙа улар миңә шундай ҡәҙерлеләр

[ҡушымта]
уҙған көндәр минең алдымдан үттеләр
башҡайҙарын эйҙеләр ҙә, миңә “һау бул” тинеләр
ә аҙналар йүгереп ашыҡтылар
әйтерһең, минән ҡастылар һәм күҙҙән юғалдылар
һуңынан йылдар ҡоштар кеүек остолар
яҙмыш китабына инеп, биттәрендә ҡалдылар
мәңгегә…

[куплет 2]
һигеҙенсе синыфта мин тәүге тапҡыр рэп тыңланым
һәм шунда уҡ яраттым, хип-хоп донъяһын астым
tupac һәм dre – беренсе йондоҙҙар
многоточие бүләк иткән көслө, дөрөҫ, тура йырҙар
һуңынан ике меңдә, әле һаман шул иҫемдә:
eminemды ишеттем дә киң ыштан кейҙем үҙем дә
һәр төн һайын рэп тыңлауға сәғәттәрҙе бағышланым
күҙҙәремде йомоп шунда хыяллана ла башланым:
имеш, мин дә рэп йондоҙо!
хип-хоп йондоҙҙар күгенә, имеш минең исем барып торҙо
имеш, бөтә донъя минең йырҙарҙы ишеткән!
кем генә инсан тураһында шунда белгән?
күрәһең, был хыялдың бер өлөшө донъяға ашты
дөрөҫөн әйткәндә, миңә етте хатта шуныһы
шуның өсөн һеҙгә әйтәм: хыялдарҙы ташламағыҙ
юҡ, уларҙы һеҙ һатмағыҙ, юғалтмағыҙ, ышанығыҙ!

[ҡушымта]
уҙған көндәр минең алдымдан үттеләр
башҡайҙарын эйҙеләр ҙә, миңә “һау бул” тинеләр
ә аҙналар йүгереп ашыҡтылар
әйтерһең, минән ҡастылар һәм күҙҙән юғалдылар
һуңынан йылдар ҡоштар кеүек остолар
яҙмыш китабына инеп, биттәрендә ҡалдылар
мәңгегә…

[аутро]
ваҡытты ҡәҙерләп үткәр
булһын яҡшы хәтирәләр
үткәнде иҫкә алырһың
бер ултырып алғанда
һин тик йылмайып ҡына…
ваҡытты ҡәҙерләп үткәр
булһын яҡшы хәтирәләр
үткәнде иҫкә алырһың
бер ултырып алғанда
һин тик йылмайып ҡына…

كلمات أغنية عشوائية

اهم الاغاني لهذا الاسبوع

Loading...