kalimah.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

инсан (insan) – уяныу (awakening) كلمات اغاني

Loading...

[интро: сэмпл]
om bhur bhuvah svah
tat savitur varenyam
bhargo devasya dhimahi
dhiyo yonah prachodayat

[куплет 1: инсан]
иң яҡшы урын ул бында, иң яҡшы ваҡыт ул хәҙер
бар миңә кәрәк нәмә минең янымда
иретергә бөтә йыһанды әҙер аңымда!
яҡшы ла, яман да, бай ҙа, ябай ҙа
көслө лә, көсһөҙ ҙә түгел мин
еңелеп логикам һүтелде, һауанан да еңел мин!
өрөлөп урайыма нур төштө лә иҙге көскө тулып яҡтырҙы күңелем!
минән бөтә тирә-яҡҡа урғыла саф мөхәббәт
йәмәғәтте нур менән туйҙырам да, шунда әкиәттәге
кеүек мөғжизәләр тыуа тәбиғәттә!
кешеләрҙә ирей туңған йөрәктәр!
ҡайтты тамсы диңгеҙгә, барлыҡҡа килде берҙәмлек
тормош ошо ерҙә ожмахҡа әйләнде лә килде рәхәтлек!
бөтә булған һорауҙар тапты үҙенең яуабын!
кем һуң мин?! мин йыһандың дауамы!

[ҡушымта: сэмпл]
om bhur bhuvah svah
tat savitur varenyam
bhargo devasya dhimahi
dhiyo yonah prachodayat
om bhur bhuvah svah
tat savitur varenyam
bhargo devasya dhimahi
dhiyo yonah prachodayat

[куплет 2: инсан]
күптән инде мин әйләндем донъям үҙәгенә
бында бөтә нәмә тора минең үҙемдән генә
яратам донъяны, донъя мине ярата
бына тәнемде өҫтән-аҫтан яҡтылыҡ урата!
шул нурҙар аҫтында юғалдым ваҡыттан-урындан
иренем, остом йыһанға шунда әйләндем йондоҙға!
инде нурҙар үҙемдән дә һибелә!
таҙа мөхәббәтемә ер шары күмелә!
хәҙер көндән-көн үҙгәрә матурая тирә-яҡ донъя
кешеләр уяна, аң кимәле ҙурая!
тәбиғәт аша үҙ-үҙебеҙгә юлды табыуҙа һәр кеше
өс йүнәлештә үҫешеп индерә үҙ өлөшөн!
астым күҙҙәремде, баҫтым аяғыма
күктә ыласындың күрҙем осоуын!
минең ошо ерем бар, уның күк һауаһы
ләкин беҙ икебеҙ бер – йыһандың дауамы!

[ҡушымта: сэмпл]
om bhur bhuvah svah
tat savitur varenyam
bhargo devasya dhimahi
dhiyo yonah prachodayat
om bhur bhuvah svah
tat savitur varenyam
bhargo devasya dhimahi
dhiyo yonah prachodayat

[аутро: инсан]
иң яҡшы урын ул бында, иң яҡшы ваҡыт ул хәҙер
иң яҡшы урын ул бында, иң яҡшы ваҡыт ул хәҙер
иң яҡшы урын ул бында, иң яҡшы ваҡыт ул хәҙер
иң яҡшы урын ул бында, иң яҡшы ваҡыт ул хәҙер

كلمات أغنية عشوائية

اهم الاغاني لهذا الاسبوع

Loading...