kalimah.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

chc[кхк] – башҡортостан (bashkortostan) كلمات اغاني

Loading...

[«башҡортостан» йырының һүҙҙәре]

[текст песни «башҡортостан»]

[интро]
_ был нимә? һүндер, һүндер, һин бынан юғарыраҡ. һиңә шундай тема бирелгәнен аңлайым. ғөмүмән, минән һиңә кәңәш: тректы ҡалыптарһыҙ эшлә, милләтеңдең кем икәне, шул милләт икәнен иҫбатлау хаҡында яҙа күрмә, зинһар өсөн. юҡһа, көтмәгәндә төшөп ҡалырһың
_ ярай, тырышырмын

[куплет 1]
баш осомда ҡояш һәм ҡоштар, аяҡ аҫтында донъя
азатлыҡты тоям, шул ҡыуандыра, юҡ алдымда ҡойма
шул ерҙә тыуып үҫкәнмен дә һыуын эсәмен
ҡырҡ градуслы түгел, айныҡмын тыштан һәм эстән, yeah
офоҡтағы үҫемлек күк һәм ер араһында
рух өрөүсе нәмә, көсһөҙләнмәҫ, мәңге моңдар тынмаҫ
тыныш юҡ, дауам бар, тыныслыҡ өсөн дауалар табам
«отлоҡто!» _ тип ҡысҡырам, аҙаҡ барам артабан
сарсайым үҙемә асырға серҙәрҙе
табыла һирәк пластинкалар башҡорт телендәге
астым да тиерлек бер өлөшөн, ҡалғаны алда әле
нарыҡлы ҡаҙаныштары был ерҙең аңында мәңге

[ҡушымта]
һиндә тыуҙым, һинән уңдым
башҡортостан
һиндә йәшәүемә ғорурмын
башҡортостан
һиндә тыуҙым, һинән уңдым
башҡортостан
һиндә йәшәүемә ғорурмын
башҡортостан
[куплет 2]
усолка, аҡташ, ҡауарҙы, максим горький, юлыҡ, һабай, һмм…
ләззәт алдым еҙемдән, ағиҙелгә килә ҡарайһым
тау башында балҡыусы ҡала _ тыуған һәм йәшәү урыным
ынйыларын яҙыусыларҙың «китап»тан тота йәш яурыным
уҡыу йорттарынан уңдым, уларҙың һабаҡтарынан
ғаиләмдән, тәү сиратта, тыуған илде киткән саҡта һағынам
асы, асҡар, стәрлебаш, инйәр, белорет, сәрмән
нисә тағы урындар күрергә өлгөрәсәкмен?

[ҡушымта]
һиндә тыуҙым, һинән уңдым
башҡортостан (башҡортостан)
һиндә йәшәүемә ғорурмын
башҡортостан (башҡортостан)
һиндә тыуҙым, һинән уңдым
башҡортостан (башҡортостан)
һиндә йәшәүемә ғорурмын
башҡортостан (башҡортостан)

[постҡушымта]
евразия ҡитғаһында рәсәй федерацияһында
республиканы тап бына башҡортостан исемле
ер шарының картаһына ҡараһаң тик яҡшы ғына
майһыҙ бутҡа ашау һымаҡ был эш булыр, һис һүҙһеҙ
евразия ҡитғаһында рәсәй федерацияһында
республиканы тап бына башҡортостан исемле
ер шарының картаһына ҡараһаң тик яҡшы ғына
майһыҙ бутҡа ашау һымаҡ был эш булыр, һис һүҙһеҙ
[ҡушымта]
башҡортостан
башҡортостан
башҡортостан

كلمات أغنية عشوائية

اهم الاغاني لهذا الاسبوع

Loading...