kalimah.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

s.e.r. (rus) - ҡыйыңды ситкә бәрәм (i throw away your trash) كلمات الأغنية

Loading...

[«ҡыйыңды ситкә бәрәм» йырының һүҙҙәре]

[текст песни «ҡыйыңды ситкә бәрәм»]

[куплет 1: kem?]
рэп _ уйынсыҡ, мин бала, был дөрөҫ, ысын
юҡ тыйыусы мине һаман, минең һүҙ ҡылыс
күпме йылдарҙы оҙаттым, тик ун һигеҙ
алда ғүмер бар, тәңрем бирер
мин һүҙҙәрҙе үҙем яҙмайым _ ильясҡа бирәм эште
мин һеҙҙә күргәнем юҡ рэпҡа яҡын бәйләнеште
мин үкермәйем, уңмаған мөхәббәт өсөн
һеҙгә ҡапыл ҡараһаң, һеҙ меҫкен бесәй төҫлө
һүҙ тик һинән[?] сыҡманы әле, тиҙерәк ҡасырға әҙерһең
юҡҡа сыҡты бәхетең, был кәмей генә, бел
онлайн_баттл, һынауҙар, танышыу һәм фит
мин һеҙгә dr. dre, бары шул уҡ табип
кемгәлер кәрәк аҡса, кемгәлер _ тыңлаусылар
һинең рэп тауҙы ураһа[?], минеке _ тур асырға
был яғымлы тауыш түгел мөхәббәт турында
һеҙме, илаҡтар?! һы, төкөрәм ул тулҡынға!
[ҡушымта: kem?]
үҙеңдекен һин йырла, күҙеңде һөрт, илама
минең өсөн һеҙҙең рэп _ хөрт ҡулъяҙма
беҙ икәү, беҙгә бармаҡ менән төрт
һинең ҡотоң осор, тибер тамаҡ төбө! а!
үҙеңдекен һин йырла, күҙеңде һөрт, илама
минең өсөн һеҙҙең рэп _ хөрт ҡулъяҙма
беҙ икәү, беҙгә бармаҡ менән төрт
һинең ҡотоң осор, тибер тамаҡ төбө! а!

[куплет 2: s.e.r.]
(тамаҡ ҡырыу)
кем бушатыр сүп_сар кәрзинен?
иптәш, ҡабыҙ, әйҙә, утты, үтте заманы кәрәсиндең
рэп, әйтерһең, эрзинкә, тарталар, һуҙалар төрлөсә
олой көсөктәр,йырына ҡарап бирәм исем
әйтәм үҙемә, кисер, асыу юлына баҫма
күрһәтер инем кәрәк нисек, ҡурҡам аңламаҫтар
әллә бер лапаҫтың аҫтында аҫырағандар был малды
әллә мин үҙем артта ҡалдым
кисә кеше булып йөрөгәндең бөгөнгө дәрәжәһе маймыл!
юҡ_бар йырға бай был
төп маҡсат_аҡса
кемдер күптән башын һалды, кемдер түҙеп тора саҡ_саҡ!
әсе тауыш, ҡуйма сатнап, был ауырыу йоға ала
ҡолак һулытыусының муйынына кәрәк боғалаҡ!
шайтан шаҡыhа ҡалаҡ, бейергә төшкәндәрен
аямайым. ҡыйыңды ситкә бәрәм!
[ҡушымта: kem?]
үҙеңдекен һин йырла, күҙеңде һөрт, илама
минең өсөн һеҙҙең рэп _ хөрт ҡулъяҙма
беҙ икәү, беҙгә бармаҡ менән төрт
һинең ҡотоң осор, тибер тамаҡ төбө! а!
үҙеңдекен һин йырла, күҙеңде һөрт, илама
минең өсөн һеҙҙең рэп _ хөрт ҡулъяҙма
беҙ икәү, беҙгә бармаҡ менән төрт
һинең ҡотоң осор, тибер тамаҡ төбө! а!

[бөтөм: kem?]
ае!
атайсал production!
был иң яҡшы микстэйп!
20 13
а, һинең хәҙер йөрәгең тыныс, һа_һаһ
е, иламағыҙ, ҡыҙлар, мин һеҙҙе яратам
(көлөү)
20 13

كلمات أغنية عشوائية

كلمات الأغاني الشهيرة

Loading...