s.e.r. (bashkortostan) - экскалибур (аутро) (excalibur (outro)) كلمات الأغنية
[«экскалибур (аутро)» йырының һүҙҙәре]
[текст песни «экскалибур (аутро)»]
[куплет 1: s.e.r.]
мин яндырҙым шәмде китер өсөн һүндермәй
фит үлем менән, тик серле өҙөгө күберәк
ауам һауа өҫтөнән төҙөп күперҙәр, йүгерәм томан эсенә
фәхишә билдәлек ҡоя эсергә, ынтылам йөҙөн үбергә!
эйе, ҡул терәп ҡаң ҡаплаған тәҙрәгә
әйттем: “сер һүтелмәгән, бөйөк яҙылмаған әҫәрҙәр!”
минең аҙағым яҡын, яҙҙарым аҡты, һанауһыҙ тапҡыр
раҫланым ағымға баҫҡанды ҡаты _ пакмен!
партмы? юҡ! был ихласлыҡтың ташҡан көршәге
диңгеҙгә ҡаршы көрәшеп һиҙмәҫмен нисек килер ҡартлыҡ…
тормош һорай тактты бишенсе, минең оранды ишет!
индем ярып ишек! яҙмыш алһа ла иреклекте тартып
елдәр әсе, ептәр сәнскеле ебәргәс тереләсәкмен
өмөт аҫтында бер тәгәрмәс, рэп_киләсәкте бүлгән кәсер!
кешеләр өҫтөмә нәфрәт сәсте!
ташлама утты _ кисермәйәсәктәр
таш ҡая улы_исемем енәйәтсе!
оҙаҡ яндым, унан ары төтәрмен
һөйләм аҙағында нимә? ни бары нөктәләр
был тормош эпилогтан башланған тректарҙың береһе
мин мең тапҡыр терелдем, тотманы фиттарҙың төрмәһе!
һеҙгә тип ҡаҙылған ҡәбер тап килһә лә үҙемдең буй_һынға
сер һүтелмәҫ, үлем килгәнсе мин үлемһеҙ был уйында!
көҙгөләге йөҙҙө танымаһам да, өйрәтмә мине йәшәргә нисек
мәшәҡәттәр кисеп килдем мин рэпҡа һәм бында ҡалдым!
яңғырар тағын таңын аҙан боҙ йөрәкте аптыратып
ялҡтым алҡыштарҙан, көтәм антрактты
ялҡтым битлектән, сигендә упҡындың ҡысҡырам иркен һулап:
“был түңәрәк өҫтәл артында мин генә экскалибур менән?”
ҡағыҙға ышҡып ҡәләмде булдырырмын ялҡын!
батҡас тамам ҡалҡырмын төбөнән упҡындың атылып!
рэп мьюзик мин яулап алған иреклек _ рудис
бөйөклөктө раҫлармын ҡан менән, интекмәм ут кисеп!
ҡаршы, ҡаршы булыу әйләнгәнсе мейнстримға
был өс хәрефтән күберәк, исемем?
s.e.r.!
үлем килер, һүтелер зиндан
был өс нөктә өндәү һымаҡ, ҡал тип үтенмә зинһар
сиратһыҙ үтермен тамуҡҡа, миңә юлдар асыҡ
өлөшөмә төшкән шөғөл яңылыш, хата һымаҡ
ләкин яҙам аҡбур менән ҡара яҙмыш таҡтаһына
шулай булыр минең үҙемде аҡбур менән уратҡансы!
[ҡушымта: s.e.r. (һәм lenar15kh)]
был яңылыш түгел, был хата була алмай
иң өҫтәге һыҙған һуҡмаҡ буйлап һулап һауа
яуап эҙләп дауам итәм мин юлымды
ҡурҡма, бир миңә ҡулыңды
[куплет 2: s.e.r.]
китһәм дә егерме берҙә был егет еткерҙе беҙгә
фекерен тип әйтһендәр өсөн генә
иң аҙаҡы төпсөк менән
таратам осҡондо һәм бирәм һеҙгә ҡанаттар осорға
эҙләнем мәңгелекте һәм тапмаһам да
биш тиҫтә йырға яҡынайҙым үҙ маҡсатыма
был өмөттән ятлап алған көй бер ҡасан тыммаҫ
был шәм уйнар кеүек мәңге, был эҫе һүҙҙәр тама һаман!
[ҡушымта: s.e.r. (һәм lenar15kh)]
был яңылыш түгел, был хата була алмай
иң өҫтәге һыҙған һуҡмаҡ буйлап һулап һауа
яуап эҙләп дауам итәм мин юлымды
ҡурҡма, бир миңә ҡулыңды
был яңылыш түгел, был хата була алмай
иң өҫтәге һыҙған һуҡмаҡ буйлап һулап һауа
яуап эҙләп дауам итәм мин юлымды
ҡурҡма, бир миңә ҡулыңды…
[аутро: s.e.r.]
был яңылыш түгел, был хата була алмай
был үлем менән бейеү
яралар ысын һәм улар оҙаҡ һыҙлар
бер нимә мәңге түгел
таң атҡанын күрергә һәм үлергә ине үкенесһеҙ
ғүмер _ бысраҡ әҫәр
тормошом әсе, тормошом сөсө
эҙләйем дәрт_дарман үлемдә
шәпме, үлем
тағы әҙерәк, һәм мин үбермен күктәрҙе
тормошомдан һуң тороп ҡалһын хәтер
كلمات أغنية عشوائية
- nammanade - don't (office vocal rework) كلمات الأغنية
- ziad zaza - ya magnon | يا مجنون كلمات الأغنية
- nanoo & tasha baxter - metaverse كلمات الأغنية
- jan metternich - can't relate كلمات الأغنية
- mzlff - мне говорят (they tell me) كلمات الأغنية
- mean sea - feeling old كلمات الأغنية
- clasik wayne - drop tha shiii كلمات الأغنية
- gmk - out for the season كلمات الأغنية
- smoketeam6 - '09 incident كلمات الأغنية
- kvzuri - sevmeyin beni كلمات الأغنية