
инсан (insan) - һаумы, башҡорт! (hello, bashkir!) كلمات أغنية

[«һаумы, башҡорт!» ft. фил mc йырының һүҙҙәре]
[текст песни «һаумы, башҡорт!» ft. фил mc]
[куплет 1: инсан]
башҡортомдоң биле һынған, йөрәге ҡатҡан
ерҙәре янған, телен онотҡан
эскегә батҡан, ул йәнен һатҡан, төшкән тубыҡҡа
данын юғалтҡан, башында бутҡа, сыҡты ул юҡҡа!
халыҡтарҙы төкөтөү, милләтем көтөү
өмөттө өтөү, көсһөҙлөктән күнегеү
ярлыларҙан көлөү, сәйәсмәндәрҙе һүгеү
ҡалды шаршауҙы көтөү, әсе күҙ йәштәр түгеү…
мәктәптәр ябыла, сит яҡта уҡый бала
ағыу һыуы һатыла, ауылдар юйыла
күп яҙмыштар сыйыла, көслө тауыш тыйыла
онотола бит йола, артабан да йоҡла
башҡорт! тормошонда буталды
исемдәре юғалды, тарихта эҙе ҡалды
маңҡорт битлеге ҡара йөҙөн ҡапланы!
кем менән беҙ ҡарғалдыҡ?!
[ҡушымта: инсан]
беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
өҫтән ҡысҡыралар: “һау бул, башҡорт”, – тип
ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм
һәм өндәшәм һиңә: “һаумы, башҡорт!”
[куплет 2: фил mc]
һин башҡортмо, егет, татыу йәшәhен өсөн
күпме быуат түккән көсөн, халҡын сыҡҡан еңеп
исләйһеңме тарихты, исемде яулауы булмаған еңел
маҡсат – бер ҡасанда булма ебек
ә киләсәк ҡараңғы, ҡайза ҡарама, яһалма –
һаңғырау һәм күрмәмештәр
йөрәк көтә үҙгәрештәр, кем яуаплы көн-күрештә
әсәм телен үлтерә хөкүмәт, рәсми рәүештә!
ватан-ватан кем емерә, һине вата?
кара көстәрме эстән тарҡата
аптырата алдаҡ донья, телдәрзе ҡыҫҡарта
бөйөк ватан һуғышы 20 миллион ерҙә ята
аң аптыраҡта, ятам бишенсе ҡатта ятаҡтын
тормош һыйпамай, ямай аяҡтан яңаҡҡа
былай булһа дауамы тураһын юрайым
килер ваҡыт, һуңғы башҡорт уйнар ҡурайын
[ҡушымта: инсан]
беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
өҫтән ҡысҡыралар: “һау бул, башҡорт”, – тип
ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм
һәм өндәшәм һиңә: “һаумы, башҡорт!”
беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
өҫтән ҡысҡыралар: “һау бул, башҡорт”, – тип
ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм
һәм өндәшәм һиңә: “һаумы, башҡорт!”
كلمات أغنية عشوائية
- destra - how to independently distribute your first album كلمات أغنية
- billy joe shaver - we stayed too long at the fair كلمات أغنية
- pnthn - skip school كلمات أغنية
- sinners are winners - like a moth to the flame كلمات أغنية
- five jones - lazy daes كلمات أغنية
- 4lung - gemini vibe كلمات أغنية
- 25/17 - песок (sand) كلمات أغنية
- lil avenue - common things كلمات أغنية
- bebel gilberto - tico tico كلمات أغنية
- original cast of zombie prom - trio (case closed) كلمات أغنية