инсан (insan) - яугир юлы (the warrior's way) كلمات الأغنية
[куплет 1]
өс йүнәлеш, бер бәйләнеш – кеше
ошо өс яҡҡа ҡарай үҫергә тейеш!
бер яҡҡа бирелеп, икенсеһенә ҡул һелтә
ысынбарлыҡ үҙе һинең танауыңа сиртә!
беренсеһе-аҡыл! белемеңде туплап
мейеңде ҡыбырлат! яңы асыштарға ынтыл!
китап биттәрендә наҙанлыҡтан дарыу табырһың
кәрәк саҡта үткер һүҙҙәр менән атырһың!
икенсеһе-ул тән! ҡорал итеп бирелгән
дөрөҫ ысул менән уны ҡулланырға өйрән!
матди байлыҡ артынан ҡурсағыңды ҡыбырлатырһың
ҡартайып боҙолһа, бирерҙәр яңыһын…
өсөнсөһө-рух! мәғәнә артынан ҡыуыу
сикһеҙ йыһан менән берҙәмлектә булыу!
өсмөйөш үҙәгендә ята яугир юлы!
өс йүнәлештә үҫеү – ысын яугир булыу!
[ҡушымта]
өс өлөш берҙәмлеге-яугир юлы
һәр яңы секунд – уның яңы яуы!
өс өлөш берҙәмлеге-яугир юлы
һәр яңы секунд – уның яңы яуы!
өс өлөш берҙәмлеге-яугир юлы
һәр яңы секунд – уның яңы яуы!
өс өлөш берҙәмлеге-яугир юлы
һәр яңы секунд – уның яңы яуы!
[куплет 2]
яугир юлы етегән йондоҙҙоң һәр береһенән үтә
өс йүнәлештә ете нөктә
һәр кимәлдә йәне туплай тәжрибә!
яңыһына күтәрелә әгәр имтиханды бирһә!
яугир ҡурҡмай үлемдән сөнки ул аң кимәлендә!
үлергә ҡурҡа аҡыл, ҡурҡып ул уйҙар һибә!
яугир аҡылын тыя, һәр мәл хужаһы булып
яҙмышын яҙа икеләнеүһеҙ хәрәкәт ҡылып
һәр һынауҙы ул батырҙарса ҡаршылай
ниндәй юлдар алдына баҫмаһын, дөрөҫөн һайлай
сөнки аҡыл ҡоло булмай, тәнен ялҡаулыҡҡа һатмай
рухын онотмай, яугир барыһын аңлай!
үҙеңә ҡара, яугирлығың бикле түгелме
аҡыл зинданында? асҡыс ҡулыңда!
азатлыҡ бүләк ит аңыңа!
уянғас күрерһең яугир юлын алдыңда!
[ҡушымта]
өс өлөш берҙәмлеге-яугир юлы
һәр яңы секунд – уның яңы яуы!
өс өлөш берҙәмлеге-яугир юлы
һәр яңы секунд – уның яңы яуы!
өс өлөш берҙәмлеге-яугир юлы
һәр яңы секунд – уның яңы яуы!
өс өлөш берҙәмлеге-яугир юлы
һәр яңы секунд – уның яңы яуы!
كلمات أغنية عشوائية
- all-4-one - goin' crazy كلمات الأغنية
- bring me the horizon - i don't know what to say (traduzione italiana) كلمات الأغنية
- koffee k - ups and downs كلمات الأغنية
- jess glynne - no rights, no wrongs كلمات الأغنية
- taj ralph - the fight كلمات الأغنية
- joey moe - europe كلمات الأغنية
- bryson tiller - t r a p s o u l thank you note كلمات الأغنية
- von poe vii - staccato كلمات الأغنية
- teknograde - deux semaines كلمات الأغنية
- anh - take it back كلمات الأغنية