инсан (insan) - тормош китабы (the book of life) كلمات الأغنية
[интро: инсан]
эй-а, тормош китабы – үткәндәрҙе иҫләйем, yeah
[куплет 1: инсан]
урал-тау: ике өй араһында үҫкәнем – уау
ун бер йыл буйы интернат иҙәнен тапау
аҙаҡ белореттан баш ҡалабыҙ өфөгә килеп, бду-тау:
студент ролен уйнау, yo
эй, товарищ журналист, һин минең турала нимә һөйләйһең?
һин бит минең менән нимә булғанын да белмәйһең
нисек минән бармаҡ күрһәтеп көлдөләр:
“һей, рэпер, уо, ыштандарыңды күтәр…”
булды, етәр, ул көлөүҙәргә төкөрҙөм
ыштанды күтәрҙем, мин бит түгел бер үҙем
тыуа һүҙем, көйөм, нисек беләм, шулай йырҙар яҙам
яҙам да ул тик үҙем уйҙарға батам…
йырҙарым, уйҙарым, һағышлы көйҙәрем
йөрәгем түренән сыҡҡан төрлө һүҙҙәрем
әгәр китеп барһам, улар ҡайһы яҡҡа осорҙар
нисә генә көндә йырҙарымды оноторҙар…
[ҡушымта: инсан һәм гөлниә]
көндәрем көҙгө япраҡтар кеүек ҡойола
бында елдәр иҫә һәм ямғырҙар яуа
ләкин йөрәгемде минең ҡояшҡайым йылыта
тимәк, алға, атларға тик алға!
[куплет 2: инсан]
әллә рэпер тигәс тә… ижади эштәр бармай
радио “юлдаш” минең йырҙарҙы йырлатмай
“йәшлек-шоу” миңә номинация бирмәй
мин йондоҙ түгел, миңә улар кәрәкмәй
миңә бөтә кәрәклеген алла тәғәләһе биргән
ҡустым йырҙарымды маҡтаһа, шуныһы еткән
башҡортостан шоу-бизнес йырҙарын яратып тыңлай
крутой рэпер илмир моратов янында ла тормайым…
уйлайым, үткән көндәр – йылдарымды иҫләйем
берәүһе тураһында ла йәлләмәйем
сөнки һәр ваҡиға үҙенең ролен уйнаны
төрлөһө булды – күп нәмәне аңланым
минең артта ҡалды күп тартылған тәмәкеләр
усаҡ янында кисәләр, эсеп бөтөлгән шешәләр
бөтмәҫ байрамдар… улар артта ҡалды
сөнки иман килде, ул мине ҡотҡарҙы, yeah!
[ҡушымта: инсан һәм гөлниә]
көндәрем көҙгө япраҡтар кеүек ҡойола
бында елдәр иҫә һәм ямғырҙар яуа
ләкин йөрәгемде минең ҡояшҡайым йылыта
тимәк, алға, атларға тик алға!
[аутро: инсан]
yeah, мин инсан, уо! 2007!..
كلمات أغنية عشوائية
- lil darkie - at first i couldn't, كلمات الأغنية
- samra - baby (snippet) كلمات الأغنية
- lord of the lost - zillah كلمات الأغنية
- caleb james smith - shot twenty four كلمات الأغنية
- navet confit - février (pas comme la chanson de vincent vallières) كلمات الأغنية
- mc mong - chanel كلمات الأغنية
- yemi - om det e akut كلمات الأغنية
- łukasz - can't take me away كلمات الأغنية
- talking nonsense - ppap but every time he says pen it gets bass boosted كلمات الأغنية
- chris howland - captivate (feat. anh thai) كلمات الأغنية