kalimah.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

αρκυς τορκος (a1t2) - 33 + 45 = 78 كلمات الأغنية

Loading...

[«33 _ 45 = 78» йырының һүҙҙәре]

[текст песни «33 _ 45 = 78»]

[интро: алып барыусы]
ханымдар һәм әфәнделәр! ҡаршы алығыҙ: αρκυς τορκος һәм chc[кхк]!

[скрэтчтар: reldnah]

[куплет 1: αρκυς τορκος (һәм chc[кхк])]
33 һаны _ яратҡан тиҙлек
45 һаны _ яратҡан тиҙлек
78 һаны _ шул да яратҡан тиҙлек
белмәгәйнем винилдарҙы осратҡанға тиклем
_ туҡта, туҡта әле, һин шеллактарҙы онотҡанһың бит!
_ ҡоймаҡ!
««ярамай»ға ҡарамай» тигән йыр яңғырай
мин әлбиттә шатмын, тауышы көслө, ямғырҙай (нимәә?)
тауышы көслө, тим, көслөрәк хәҙергеләрҙекеләрҙән (әәә, шулай тип әйт)
сөнки ул моңло, тыңлайым гелән өфөлә
кәм күңелгә оҡшамаҫ (а_а!), туң йөрәккә оҡшамаҫ (а_а!)
хатта шаммас яҙған йыр, ә миңә оҡшай бындай тормош һаман (аһа)
эйе, тыңлаусым, музыканы яратһаң, ярат шуныһын
автотюн тулы йырҙарҙы алып ташла, аң(ың)дан юйылһын (фшшш!)
уйнатҡыс булһын өйөңдә, пластинкаларҙы ырғытма
өләсәйең һаҡлаһа, һәйбәт, ырғытҡан булһа, һатып ал
ятып ҡалғансы, атып ҡал, һинең мөмкинлегең шул (шулай!)
ятып ҡалғансы, атып ҡал, һинең мөмкинлегең шул!
[ҡушымта 1: αρκυς τορκος]
ә пластинка әйләнә лә әйләнә
ә пластинка әйләнә лә әйләнә

[скрэтчтар: reldnah]

[куплет 2: chc[кхк] (reldnah_ның скрэтчтары менән бергә)]
был chc уҡып ишеттерә
винил донъяһында түгел һуңғы, һис шикһеҙ, һәм уның үлгәненә мин шикләнәм
discogs яратҡан сайт, тағы meshok.net
33ob, авито һәм юла
бысраҡ пластинкалар йыуам (таҙартып булмаһа ла)
тағы бер пластинка өҫтәлде
уйнатҡысым матурлай өҫтәлде
гүзәллектең юҡтыр сиктәре
биш хәреф _ в_и_н_и_л
ғорур яңғырай, шуны ҡолағыңа һин эл
эйе, яҙҙырам, йәғни күсерәм һанлы форматҡа (аһааа!)
ҡалыр инем йәтим, улар булмаһа
оҙаҡҡа һуҙмам һатып алыуҙы, һатыусылар ман яҙышам инглизсә
рәсәйҙәр мән _ русса, алыуҙан һуң тыуа шундай хистәр!
алты хәреф була торғайны _ ш_е_л_л_а_к
ҡалды әле шундайҙар, бәхеткә ҡаршы: бәғзеләр һата
union vinyl, шуға вайымлы, йүгерәм (ah, yeah!)
көндә ҡояшлы йә төндә айлы (һирәк булһа ла), онотмайым
бер егет үҙемә кәрәкле винилды теләй, гелән бәйләнә
тик пластинкам һаман әйләнә лә әйләнә!
минутына 33 әйләнеш
минутына 45 әйләнеш
минутына 78 әйләнеш
пластинкаларҙы тыңлайым уйнатҡыста йәтеш, yeah!
[скрэтчтар: reldnah]

[бридж: αρκυς τορκος (һәм chc[кхк])]
33 һаны _ яратҡан тиҙлек
45 һаны _ яратҡан тиҙлек
78 һаны _ шул да яратҡан тиҙлек
белмәгәйнем, белмәгәйнем осратҡанға тиклем
минутына 33 әйләнеш
минутына 45 әйләнеш
минутына 78 әйләнеш
пластинкаларҙы тыңлайым уйнатҡыста йәтеш, yeah!

[ҡушымта 2: αρκυς τορκος (һәм chc[кхк])]
33 һаны _ яратҡан тиҙлек
45 һаны _ яратҡан тиҙлек
(ә пластинка әйләнә лә әйләнә)
78 һаны _ шул да яратҡан тиҙлек
белмәгәйнем пластинкаларҙы осратҡанға тиклем
(ә пластинка әйләнә лә әйл_)
(ниһайәт!)
минутына 33 әйләнеш
минутына 45 әйләнеш
(ә пластинка әйләнә лә әйләнә)
минутына 78 әйләнеш
пластинкаларҙы тыңлайым уйнатҡыста йәтеш, yeah!
(ә пластинка әйләнә лә әйләнә)
[скрэтчтар: reldnah]

[бөтөм: αρκυς τορκος (һәм chc[кхк])]
_ chc ағай, ә һинең 80 әйләнеш тигән нәмәне ишеткәнең бармы?
_ тәү тапҡыр ишетәм. һм, ҡыҙыҡ

كلمات أغنية عشوائية

كلمات الأغاني الشهيرة

Loading...